Берҙәм талаптар
Республикала «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законды үтәү маҡсатында методик тәҡдимдәр әҙерләнде. Документта алтаҡталар, күрһәткестәр һәм рәсми документтар өсөн берҙәм талаптар билдәләнгән. Хәҙер ойошма исемдәренән алып эш графигына тиклем бөтә мәғлүмәт ике дәүләт телендә: рус һәм башҡорт телдәрендә яҙылырға тейеш. Ике текст та йөкмәткеһе һәм күләме буйынса бер төрлө булырға тейеш. Тәржемәлә ҡыҫҡартыу йәки ябайлаштырыу тыйыла. Биҙәлеш йәһәтенән төп талап: шрифт, хәрефтәрҙең ҙурлығы, төҫө ике версия өсөн дә бер төрлө булырға тейеш. Горизонталь урынлаштырылғанда һулда – башҡортса, уңда – русса текст. Ә вертикаль урынлаштырылһа, өҫтә – башҡортса, аҫта русса текст тора. Тәҡдимдәрҙә башҡорт алфавитын дөрөҫ ҡулланыуға айырыуса иғтибар бүленә. Ә, ө, ү, ҫ, ҙ, һ, ҡ, ғ, ң хәрефтәре хатаһыҙ яҙылырға тейеш, сөнки хәҙер улар телдәр тураһында законды тупаҫ боҙоу тип һанала.